слова песни Elvin Grey - Һалдар аға

Һалдар аға, ярҙар ҡала,
Ағиҙелкәй моңһоу аға.
Һал өҫтөндә бер ир бала,
Яҙмыштары ҡайҙа табан?

Һалдар аға, ярҙар ҡала,
Ниҙәр уйлай был ир бала?
Юлҡайҙары ҡайҙа бара?
Ярҙа һөйгән йәре ҡала.

Ҡушымта:
Һалдар аға, ярҙар ҡала.
Аҡ яулыҡ та күҙҙән юғала.
Ағым һыуҙар көйләй һаман,
Яманһыуламай бала.

Ағиҙел көйләп аға
Һалдар китә алға табан
Ярҙа һылыу бер ҡыҙ бала
Аҡ яулығын болғап ҡала.

Егет күңеле һиҫкәнде,
Ни булғанын һиҙмәне,
Күҙен һалып яр башына,
Ҡулын бары ул иҙәне

Elvin Grey: слова других песен исполнителя